Вафа Әхмәҙуллиндың хәтер кисәһе үтте

Вафа Әхмәҙуллиндың хәтер кисәһе үтте

Ләмәҙтамаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда хәтерҙә ҡалырлыҡ ҙур мәҙәни сара үтте. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Ошо айҡанлы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Чехословакияла хәрәкәт итеүсе “Бейек Татр” партизан отряды командиры. Педагог, Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы(1989), СССР-ҙың халыҡ мәғәрифы отличнигы(1970), ауылдашыбыҙ Вафа Әхмәҙуллиндың хәтер кисәһенә яҡындары, ауылдаштары, уҡыусылары, дуҫ-иштәре йыйылды.
Залда ҡунаҡтарҙы “Әхирәттәр” фольклор төркөмө ҡаршы алды. Фоела ветерандарға арналған ҙур стенд эшләнде.Кисә, һуғышта ятып ҡалғандарҙы иҫкә алып бер минутлыҡ тынлыҡ менән башланып китте. Герой тураһындағы шиғыры менән Энгельс Галиакберов дауам итеп башҡорт халыҡ йыры “Азаматты” йырлап ишеттерҙе.
Хәтер кисәһенә килгән ҡунаҡтар һүҙ алды. Вафа Әхмәҙуллиндын улы Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Роберт Әхмәҙуллин атаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште. Ауыл хакимиәте башлығы Раил Юламан улы, Ҡотош ауылы старостаһы Әхмәтнур Әүбәкер улы, Вафа абыйҙың кейәүе ФаилХарис улы ла күп иҫтәлектәр менән иҫкә алдылар. Вафа Әхмәҙуллин исемендәге мәктәптең етәксеһе Фирҙәүес Фердинанд ҡыҙы Вафа абыйҙың уҡытҡан йылдары тураһында хәтерләп,геройҙың исеменә тап төшөрмәй яҡшы эштәр башҡарыуҙары хаҡында һөйләп үтте. Ошо мәктәптең Тавакалова Ләйсән етәкләгән,балалар бейеү коллективы, ҡунаҡтарҙы матур бейүҙәре менән ҡыуандырҙы. Вафа абыйҙын тормошонда бик мөһим роль уйнаған бер күренеш сәхнәләштереү, береһен дә битараф ҡалдырманы.

Илгизә ЛОҠМАНОВА

3bu_e6jrlbq.jpg ulj8wlw2r0u.jpg wghw4f3kntk.jpg rnm4psibfh4.jpg