В Администрации Мечетлинского района состоялось первое заседание оргкомитета по подготовке и проведению Межрегионального праздника родов Кошсо.
Элек-электән ата-бабаларыбыҙ ҡор йыйып, әйтер һүҙен әйтеп, көнүҙәк мәсъәләләрен уртаға һалып һөйләшеп, ҡыуаныстары-йыуаныстары менән уртаҡлашып, аралашып берҙәм йәшәгән. "Ил төкөрһә - күл була, тырым-тырағайлыҡтан бар нәмә лә көл була" икәнен яҡшы аңлаған улар. Борондан килгән йолаға таянып, изге Рамаҙан айының аҙағында ҡошсо ырыуы вәкилдәрен ҡорға йыйыу буйынса әҙерлек эштәре башланды. 31 ғинуарҙа сара сиктәрендә Мәсетле районы хакимиәте йортонда беренсе эшсе төркөмө ултырышы үтте. Унда ойоштороу идараһы рәйесе Гөлназ Ҡадырова һәм ағзалары Рөстәм, Зәкирйән Ғатауллиндар, Хәниф Әхмәтйәнов, Нәзирә Әхкәмова, Анфиса Ишмөхәмәтова, Әхмәтнур Хафизов фекер алышты. Төбәк-ара ҡошсо ырыуы йыйыны үткәреүҙең көнөн, урынын, вәкилдәр һанын билдәләне. Йыйын алдынан ғилми-ғәмәли конференция үткәреү, шулай уҡ район һәм сит өлкә ауылдарында ҡорҙар йыйыу тураһындағы тәкдимдәр хупланды. Ҡошсо ырыуы тарихы тураһында китап нәшер итеү– төп бурстарҙың береһе булып ярылып ятты.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ. Ултырышта төрлө фекерҙәр, теләктәр күп булды. Уларҙың береһе лә ситтә ҡалмаҫ!
Оло йыйынға әҙерлек башланды, алда – ғилми эҙләнеүҙәр, яңы асыштар һәм башҡараһы эштәр, маҡсаттар..